Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12 ) «ДАНЛЫҠЛЫ ЯҠТАШТАРЫБЫҘ». СТАРОМУСИНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ БИБЛИОТЕКА

28.09.2020

26 сентябрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһы “Театр төнө” мәҙәни акцияһына ҡушылды һәм китапханала “Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ” исемле библиомәғлүмәт форматында сара үтте. Башҡортостандың халыҡ артистары Рафаэль Сәлихов, Рим Әминов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Бакиров беҙҙең ауылда тыуып үҫкән. Шуға ла китапхана дуҫтары өсөн ошо тема һайланды. РАФАЭЛЬ ҒИРФАН улы СӘЛИХОВ 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуа. Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр. Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, ул Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә. 1956 йылда театр Салауат ҡалаһына күсерелә. Рафаэль Ғирфан улы 53 йыл ғүмерен ошо коллективҡа бағышлап, әллә күпме сағыу образдар ижад итә. Лирик-романтик пландағы актер, башлыса, төп ролдәрҙе башҡара. Быға уның моңло тауышы ла булышлыҡ иткәндер. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Аршин мал алан»дағы Аскер, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир һәм башҡа әллә күпме образдары менән тамашасы һөйөүен яулай. Тап өшө йүнәлештәге тырыш хеҙмәте уны алдынғы артистар рәтенә сығара, танылыу яулата. 2006 йылға тиклем Рафаэль Ғирфан улы актер булып эшләй. Артист йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, күп йылдар театрҙың музей мөдире була, әҙәби бүлек менән етәкселек итә. Ижади ҡаҙаныштары өсөн 1972 йылда – «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1993 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. 1986 йылда “Почет билдәһе” ордены, 1978 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Оло йәшкә еткәс тә, тыуған коллективы менән бәйләнеште өҙмәй, театр актерҙары өсөн абруйлы хеҙмәттәш, ә тамашасы өсөн яратҡан артист булып ҡала. “Уға яманлашыу, тауыш күтәреү кеүек сифаттар хас түгел ине. Киреһенсә, моң тулы йөрәге менән сәхнәнән кешеләргә йылылыҡ, сафлыҡ таратты,” – тип иҫкә ала уны коллегалары. РИМ ФӘЙЗРАХМАН улы ӘМИНОВ 1941 йылдың 18 июнендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуа. Ул Салауат башҡорт дәүләт драма театрында «икенсе быуын» артистарының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Сәхнәгә, театрға ул бала сағынан уҡ ғашиҡ. Рим Әминовтың бала сағы һәм йәшлеге үҙешмәкәр осорона тура килә, һәм башта балалар труппаһында, аҙаҡ йәштәр төркөмөндә, уҡытыусылар коллективы менән сәхнәлә байтаҡ тамашаларҙа ҡатнаша ул. Профессиональ сәхнә тураһында хыялланып йөрөгән ваҡытында гәзиттә сәнғәт училищеһына студенттар йыйыу тураһында иғлан күреп ҡала. Әлбиттә, күп уйлап тормай Өфөгә юллана, актерлыҡ факультетында белем ала. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас та Салауатҡа килеп, 1970 йылда беренсе тапҡыр сәхнәлә Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектаклендә Дамир ролен башҡара. Был осор шул тиклем күңелемдә уйылып ҡалған, беренсе улыма ла ошо тәүге персонажымдың исемен ҡуштым, ти Рим Фәйзрахман улы. Артабан һәләтле һәм тырыш егеткә төрлө жанрҙағы төп һәм эпизодик ролдәр тапшыра башлайҙар. Ул тыуҙырған бөйөклөк тә, драматизм һәм комизм да, шәфҡәтлелек, тәбиғелек тә йәнәш. Мәҫәлән, “Башмағым”да Кәрим бай, бай тормош тәжрибәһе булған Кейәү (“Кейәү”), халҡымдың быуаттар аҡылын сағылдырған Абдулла (“Бабай урлау”) һәм бик күп башҡа ролдәр. М.Задорновтың “Иреңде м иңә бир” сатирик комедияһындағы Азат роле сәнғәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһына һәм тамашасылар һөйөүенә лайыҡ була. 1989 йылда юғары ижади уңыштары өсөн Рим Әминов “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы”, ә 1993 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Артистың 75 йәшлек юбилей кисәһендә БР-ҙың театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов юбилярға К.Станиславский миҙалын тапшыра. БӘКИРОВ РӘСИХ ХӘТМУЛЛА улы сәхнә эшмәкәрлегенә дүрт тиҫтә йыл ғүмерен бағышлай, шул иҫәптән 28 йыл Ҡырмыҫҡалы халыҡ театрына етәкселек итә: бер ыңғайҙан режиссер ҙа, актер ҙа булып эшләй. Уның етәкселегендә театр коллективы республика кимәлендә быға тиклем күрелмәгән үрҙәр яулай. Рәсих Хәтмулла улы Иҫке Муса ауылында тыуып үҫә. Ҡырмыҫҡалыла утыҙ йылдан ашыу йәшәй. Профтехучилищелар араһында уҙғарылған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының ҙур смотр-конкурсынан һуң уны Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡыралар. Уҡытыусылары тәбиғәттән бирелгән сағыу һәләтен күреп, училищены тамамлағандан һуң Рәсих Хәтмулла улын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмтеатры труппаһына ҡалдыралар. Ул ваҡытта театр сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек актерҙар йондоҙ булып балҡый. Өмөтлө, йәш драматик артистҡа В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һында, Р. Сафиндың «Йәнбикә», И. Абдуллиндың «Йыр булып ҡайтырмын», Ә. Атнабаевтың «Хушығыҙ, балаҡайҙарым», С. Мифтаховтың «Зимагорҙар» спектаклдәрендә төп ролдәрҙе уйнау бәхете тейә. Шулай уҡ Р. Бәкировҡа бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай образы өҫтөндә эшләргә лә тура килә. Әммә яҙмыш тигәнең үҙенсә итә: тиҙҙән ул тыуған районына әйләнеп ҡайта. «Һәр ауыл кешеһенә лә ҡала тормошо оҡшап етмәй. Тыуған ер гелән үҙенә тартып тора», – ти Рәсих Хәтмулла улы. Бында ул мәҙәниәт бүлеге начальнигы ла, район мәҙәниәт йорто директоры ла булып эшләй. Иң мөһиме, уның етәкселегендәге халыҡ театры оҙаҡ йылдар дауамында сәхнәлә балҡый. Ә 2000 һәм 2002 йылдарҙа халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә» республика фестивалендә лауреат була. Төп ролдәрҙе Рәсих Бәкиров уйнай. Тарихи шәхестәрҙең тулы галереяһын тыуҙырыу йәһәтенән ауылдашыбыҙҙың артислыҡ һәләте икенсе яҡлап асыла. Улар – легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов, башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Салауат Юлаев образдары. Был эштәрҙең һәр ҡайһыһы – артист өсөн ҙур уңыш. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Бәкиров ҡырмыҫҡалылар хәтерендә сағыу талантҡа эйә һәм үҙ һөнәренә тоғро кеше булараҡ һаҡлана.

Ссылка: https://vk.com/wall483357288_866