Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(6 ) “ТӘБИҒӘТЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ” (СТАРОБАБИЧЕВСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ СЕЛЬСКАЯ БИБЛИОТЕКА)

05.06.2020
Районда үткәрелгән “Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ”конкурсында ҡатнашып 2 урын яулаусы Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһының китапханасыһы Фәүриә Абуталипова Батыр шишмә.

Борон-борон заманда, Урал тауы итәгенә күк бүрегә эйәреп башҡорт ырыуы килеп ултырған, ти. Бындағы тәбиғәттең хозурлығына иҫең китәрлек булған,ти. Борғаланып –борғаланып йылғалары аға, унда балыҡтары һикерәнләшеп уйнайҙар, тауҙарындағы яныуарҙарҙы һанап бөткөһөҙ, ти. Күктең зәңгәрлегенә, һауаның сафлығына, таңдарында, ҡояштың йылмайып ҡаршы алыуына, төнөн айҙың иркәләүенә был халыҡтың иҫе киткән. Күпме ерҙәр йөрөп донъяның бындай хозурлыҡ күрмәгән халыҡ күк бүрегә рәхмәттәрен белдергән,ти Бына улар тирмәләр ҡороп, мал аҫырап, һунарға йөрөп, иген игеп, балығын аулап, ҡымыҙын бешеп, солоғон ҡороп, йәйләүҙәргә сығып бер ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй тыныс ҡына йәшәп яталар,ти. Был хәлде ете ҡат тау артындағы Дейеү пәрейҙәренә һайыҫҡан юхаланып алып барып еткергән,ти. Күрше халыҡтар берәм –берәм был ерҙе маҡтап, ҡымыҙын эсеп, балын татлап, ҡаҙылығынан ауыҙ итеп рәхмәттәрен әйтеп китәләр,ти. Бер көндө килеп ҡунаҡ булып киткәндән һуң Дейеү бәрейе бындағы байлыҡҡа күҙе ҡыҙып ҡайтҡан да, алтын-көмөштәрен ер аҫтынан соҡоп алып бөтөргә уйлаған. Үҙенең ярҙамсыларын китереп йылға буйҙарына ҙур-ҙур мөрйәләр төҙөткән, әҙәм көсө еткеһеҙ ҡаҙандар аҫтырған, мейестәр ҡуйҙырған. Урмандарҙы ҡырҡып ҙур мейестәргә ут яғып ер аҫтарын нисек етте шулай соҡоп алтын-көмөш, тимерҙәрен иреттерә башлаған. Ә йыуынты һыуҙарын халыҡтың эсәр һыуына ағыҙған. Һыуҙа балыҡтар кәмей башлаған, кейек-януарҙар был тирәнән алыҫыраҡҡа ҡасырға тырышҡандар. Шулай итеп халыҡҡа йәшәү ауырлашҡан. Бер нәмә лә эшләй алмаған. Дейеүҙең шымсылары бик күп булған. Халыҡ үҙ-ара кәңәш итә алмаған. Бер көн килеп был ябай халыҡ бер яйын тапҡан, улар йыйылып ҡобайыр әйткәндәр, әйтештәр аша һөйләшкәндәр. Дейеүҙең шымсылары был халыҡ йырлап, уйнап йәшәй тип уйлаған. Халыҡ гел сағыл итәгенә йыйылыр булған, бында һылыу аҡҡайын үҫкән. Аҡҡайын гел генә иртәнге ысыҡ һыуын япраҡтарына йыйып һандуғастарҙы һыйлаған. Һандуғастар таңдарында өҙҙөрөп һайрар булған. Ете ҡат ер аҫтындағы Шишмә лә һандуғастарҙың моңона ҡушылып йырлаған ҡайынды тыңлап йоҡомһорап ҡына йәшәгән,ти. Аҡ ҡайынҡайға күптән күҙе төшәһә лә, ҡыйыулыҡ, көс –ғәйрәт йыйып ҡалҡып сыға алмай икән,ти. Бер көндө, Дейеү ҡотороп халыҡтан иң аҡтыҡ ризыҡтарын, бар мөлкәтен тартып алырға ҡушҡан. Бөтә ауыл халҡы йыйылып сағыл итәгенә Аҡҡайын янына ҡасҡан да ҡыҙып -ҡыҙып ҡобайырҙарын әйтә башлаған. Аҡ ҡайын халыҡтың этләнеп йәшәгәненә йөрәге өҙөлөп, һығылып ергә ауған. Был тиклем йөрәкһенеп әйткән ҡобайыр , һуҡҡан домбора тауышына Ҡояшбикә лә, Елбатырҙы, Һыуһылыуҙы, Айбатырҙы саҡырған. Дейеү бөтә ғәскәрен йыйып бойһонмаған халыҡты юҡ итергә тип Сағыл итәгенә яҡынлаша башлаған. Шул саҡ күкте ҡара болот ҡаплап алған, Елбатыр бөтә көсөнә һыҙғырып ебәргән, Һыуһылыу Шишмә батырға көс биргән. Былай ҙа Аҡҡайынға ғашиҡ Шишмә батыр ни эшләргә белмәй торған сағы булған, ти бар көсөн йыйып Урал тауын ярып килеп сығып күккә таш өйөмдәрен сөйөп ебәреп, бөтә дейеү-бәрейҙәрен таш аҫтында ҡалдырған. Был өйөм Башҡортостандың бер яҡ ситенә барып осҡан. Халыҡ бәрейҙәрҙең яманлығына тауҙы ла Ямантау тип атай башлаған, ә ете ҡат ерҙе бәреп Урал тау итәгенән сыҡҡан, халыҡты ҙур бәләнән ҡотҡарған аҡ уйлы, изгелексән бәләкәй генә Шишмә батырға –Ағиҙел тип исем биргәндәр. Шул көндән башлап Батыр шимә гел генә Аҡҡайынды иркәләп, наҙлап, ҡурсалап тора икән. Ә Аҡҡайын янына һандуғастар моңон тыңларға кисен йәштәр, ә көндөҙөн бала –саға, ҡарт-ҡоро йыйыла, тей. Бына шулай итеп батыр Шишмә был халыҡты бар бәләнән ҡурсалап йәшәр булған. Ә халыҡ ер-һыуын бик ҡәҙерләгән, бер ҡасан да бысыраҡ һыу түкмәгән. Ауға ла яҙын йөрөмәгән, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән мәлдә балыҡ тотмаған, урманын да һайлап ҡырҡар булған. Берҙе ҡырҡһа, биште ултыртҡан. Андыҙ тамырҙарын алған осраҡта ла, бүлеп өс өлөштөң икеһен ҡәҙерләп күмеп киткән. Солоҡтарын да ҡышҡылыҡҡа бал ҡорттарына ҡыш сығырлыҡ ризыҡ ҡалдырған. Ағастан емештәрен йыйғанда ла ҡышын ҡоштар ашарлығын ҡалдырған. Был киң күңелле халыҡты үҙ итеп күп ерҙәрҙән төрлө халыҡтар йыйылған һәм был ерҙе үҙ итеп йәшәргә ҡалған.Шулай итеп Урал итәгендә Ағиҙел буйында киң күңелле башҡорт ерендә йөҙҙән ашыу милләт бөгөн дә үҙ ерен ҡурсалап, тәбиғәтен һаҡлап, гөр килеп бер туғандай йәшәп яталар,ти.

#Деньзащитыокружающейсреды #Земля:нашдом,бережемдом-бережемиздоровье #Сказкичитателей,посвященныекоднюзащитыокружающейсреды