Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

ВЫЕЗД БИБЛИОБУСА 21.02.2023 Г. ПО МАРШРУТУ № 6

21.02.2023

21 февраль көнө күсмә китапхана Шәрипҡол, Иҫке Аҡташ, Иҫке Шәрәй һәм Сысҡан ауылдарын хеҙмәтләндерҙе һәм Шәрипҡол урта белем биреү мәктәбендә“ Үҙ телемдә һөйләшәм “тип аталған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтереү маҡсатында  сара үткәрҙе.

Халыҡ – ара туған телдәр көнөнә арналған  сарала  6- сы һәм 8- се класс уҡыусылары ҡатнашты.   Уйын  башында уҡыусылар   туған телдәр  көнөнөң  барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты,  һуңынан  ике командаға бүленеп, 4 турҙа  көс һынашты.    Командаларҙың сығыштарын  жюри ағзалары  баһаланы. Балалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ысын мәғәнәһендә әсә теленә, туған телдәргә дан йырлаған  ”Туған тел” шиғырын уҡып ишеттерҙеләр.

Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һеңдерҙе. Уйын – ярыш күңел һәм рухиәт байрамына әүерелде.