(12+) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада
5-7 октябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада үткәрелә.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылары: Автономиялы коммерцияға ҡарамаған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «МИРАҪ» йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү фонды.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн өс кимәлдә онлайн-тест һорауҙар әҙерләнгән:
- Башланғыс кимәл — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
- Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
- Башҡорт теленең диалекттары — башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн https://basholimpiada.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. Тест үтеү ваҡыты 45 минут, максималь 100 балл йыйырға мөмкин. Олимпиаданан һуң йыйылған балдар менән олимпиаданы үтеү тураһында сертификат алаһығыҙ.
