(12+) «Йөрәгемдә ерем йәме» Барый Ноғомановтың 90 йыллығына
Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһында мәҙәниәт йорто менән берлектә күренекле яҙыусы, шағир, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы , ауылдашыбыҙ Барый Минеғәлим улы Ноғомановтың 90 йыллығына арналған «Йөрәгемдә ерем йәме» тип аталған хәтер кисәһе үтте.
Кисәгә абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союзы ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районы «Яҡташтар» ойошмаһы рәйесе , райондың М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданины Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районы «Табын» ырыуының ҡор башы Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт уҙаманы Миниса Нурмөхәмәт ҡыҙы Камалова, Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин һәм яҙыусының ижадын яҡын күргән ауылдаштар йыйылды.
Хөрмәтле ҡунаҡтар китапханасы әҙерләгән күргәҙмәләр менән танышты.
Сарала ҡатнашыусылар яҙыусы тураһында бай, йылы хәтирәләр менән бүлеште.