(6+)Шағирә Гөлназ Ҡотоева менән осрашыу
20.04.2026
«Ҡалһын мәңгелеккә ошо мәлдәнБары тыңлап йәшәү йөрәгеңде»
18 апрелдә Иҫке Муса ауыл китапханаһы йылдағыса «Китапханалар төнө-2026» акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә шағирә, журналист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2007 йыл), 2013 йылдан 2025 йылға тиклем “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, әлеге көндә «Башҡортостан» республика гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева менән осрашыу ойошторолдо. Осрашыу йылы, йәнле мөхиттә барҙы. Шағирә үҙенең тормош юлы, ижады тураһында һөйләне, эстәлекле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тамашасылар рәхәтләнеп Гөлназ Мират ҡыҙының үҙенсәлекле шиғриәт донъяһы менән танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, теләктәрен еткерҙе, шағирәнең «Рәхмәтлемен», Иманлы йорт» шиғырҙарын уҡыны. Кисәлә тальян моңо ла урынлы булды — Рөстәм Ишмөхәмәтов халыҡ көйҙәренә теҙмә ишеттерҙе. Китап күргәҙмәһендә шағирәнең ижад емештәрен, журналист булараҡ яҙған очерк-интервьюларын, ҡатын-ҡыҙҙар журналында эшләгәндә яҙған «Баш мөхәррир һүҙе» аҫтында сыҡҡан мәҡәләләрен күрергә мөмкин ине. Осрашыу барыһына ла оҡшаны. Кисә матур хәтирә булып оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе йылытып торор, моғайын.