Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

12+ «Ҡыйғыр ҡошом гел талпынды алға»

10.04.2026


Үткән юлдарымдың эҙҙәренә
Алайымсы әле бер бағып:
Ҡалманымы икән үкенестәр
Йөрәгемдә минең ҡуҙланып?
Яҡташ-яҙыусы Барый Миңлеғәлим улы Ноғомановтың йәш ваҡытында яҙған ошо шиғыры күңелендә йәшәү дәрте, йәшәү ҡуҙы йөрөткән һәр кемдең күңеленә яҡындыр.
8 апрелдә Барый Миңлеғәлим улының тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу маҡсатында китап уҡыусылар менән ауыл китапханаһында әңгәмә ойошторолдо. Йыйылыусылар яҙыусының биографияһы һәм ижады менән бер ни кимәлдә таныш — уның китаптарын китапхананан алып уҡыны. Быйылғы йылда Барый Ноғомановҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул республик¬а¬быҙҙа танылған һүҙ оҫтаһы, киң билдәле шағир, прозаик һәм журналист. Ул 1979 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыу-сылар ағзаһы, ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. И.Мыр¬ҙаҡаев-Балапанов, Фәтих Кәрим премия¬лары лауреаты, БР-ҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙ¬мәткәре. Башҡортостандың Зәйнәб Би¬ише¬ва исемендәге «Китап» нәшриә¬тендә бер-бер артлы «Йылбабай һәм сәғәт¬тәр» (1969), «Аҡ таңдарым» (1978), «Йыл-ба¬бай¬ҙың дүрт ҡыҙы» (1980), «Етегән йон¬доҙ» (1982), «Йөрәгемдә ерем йә¬ме» (1985), «Усаҡтар яна» (1986), «Өйөр¬мәле елдәр» (1985) һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. 2011 йылда донъя күргән «Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем» китабында күләмле роман-эссе, повестар, замандаштары, ҡәләмдәштәре, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә тос өлөш индергән шәхестәр тураһында очерк-яҙмалары, шулай уҡ ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына арналған шиғырҙары индерелгән.