Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(18+)«Илһам» ижади берләшмәһенә 10 йыл

05.02.2026

Ҡырмыҫҡалы районының Мәҙәниәт һарайында район яҙыусыларының «Илһам» ижади берләшмәһенең 10 йыллыҡ юбилейына арналған бик матур кисә уҙғарылды.

Районыбыҙҙа талантлы кешеләр бик күп, журналист Йөҙлөкбаев Риф Хәзиәхмәт улы ошо талантлы шәхестәрҙең һәләттәрен артабан да үҫтерергә бу­лышыу һәм  яңы һәләттәрҙе йәлеп итеү маҡсаты менән  2015 -се йылда «Илһам» ижади берләшмәһен ойоштора.

Ҡырмыҫҡалы районының уҙәк китапханаһы менән  берләшмә тығыҙ бәйләнештә эшләй, бергә төрлө матур саралар уҙғарыла.  Ибраһим ауылында айыҡ ауыл проекты сиктәрендә «Ҡырмыҫҡалым-ғәзиз бишегем” тигән сара уҙғарылды. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылы үҙәк китапханаһында Динә Мөлкаманованың “Матур донья” тигән китап туйы уҙҙы. Бөгөнгө сарала китапханасылар тарафынан “Ҡырмыҫҡалы – илһам иле” исемле күргәҙмә ойошторолдо. Күргәҙмәлә районыбыҙҙың талантлы шәхестәренең һәм берләшмә ағзаларының китаптары урын алды.