(6+) Ҡанатлы Банат
Үтәгән ауылы мәктәбендә яҡташыбыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алған тәүге ҡатын – ҡыҙ Банат Батырованың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Ҡанатлы Банат” тип исемләнгән хөрмәт һәм хәтер кисәһе үтте.
Кисәлә махсус ҡунаҡтар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, Банат Батырованың туғандары, яҙыусы-шағир, журналист Риф Йөҙлөкбаев һәм Үтәгән ауылының иң әүҙем кешеләре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Банат Батырованың ябай булмаған тормош тарихы, хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сара ауыл халҡының һәм урындағы мәктәп уҡыусыларының йырлы, бейеүле сығыштары менән үрелеп барҙы. Ҡырмыҫҡалы Үҙәк китапханаһы тарафынан ойошторолған «Банат Батырованың хеҙмәт батырлығы» исемле күргәҙмәһе кисәгә биҙәк өҫтәне. Китапханасы сарала ҡатнашыусыларҙы күргәҙмәлә урын алған китаптар, фотоһүрәттәр, Банат Батырованың хеҙмәтен баһалаған маҡтау ҡағыҙҙары, гәзит биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр менән таныштырҙы һәм китапхана әҙерләгән буклеттарҙы тапшырҙы.