Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

Мәшһүр башҡорт “көләссиге” Мар. Сәлим менән күңелле күрешеү

27.11.2024

“Мар. Сәлимгә сәләм хат!

Сәләм хат яҙырға – дөрөҫөн әйткәндә – “Шәп кеше” китабың сәбәпсе булды. Шуны ҡат-ҡат уҡып, үҙеңә ихтирамым артты, ысын һәләтеңде танып һөйөндөм.Үҙеңсәләп әйтмешләй, классик-көләссикһең икән дә баһа. Телең үткер – телеп һала. Тел төбөңдөң кинәйәһе бар, тел осоңда энәһе бар. Ямандарға ҡаты тел-теш тейҙерһәң дә, үҙеңә тел-теш тейҙерерлек түгел. Афарин!”

Ғайса Хөсәйенов, 2001 йыл.

 

Яҙыусы менән осрашыу – күңелгә бик күп ыңғай тьәҫораттар килтереүсе үҙе бер ҙур ваҡиға. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк китапханаһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Шәйнур улы Сәлимовтың ижадына арналған осрашыу һәм “Тауыҡ көлкөһө” исемле китабының  презентацияһы булып уҙҙы. Күренекле сатирик был сараның шулай уҡ беҙҙең яҡташтарыбыҙ күп йылдар буйы “Һәнәк” журналында хеҙмәттәшлек  иткән Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов, Рәсих Нурғәли улы Ханнанов һәм Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовтарҙың яҡты иҫтәлегенә башғышланыуын белдерҙе.

Марсель Сәлимов осрашыуға үҙенең коллегалары “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, Рәсәй һәм Башкортостан Яҙыусылары союзы  ағзаһы, шағир Илгиз Вәкил  улы Ишбулатов һәм журналдың художество мөхәррире, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, карикатурасы Артур Әлтәф улы Василов менән килде.

Әҙәби осрашыуҙа Ҡырмыҫҡалы районы Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мөхәмәҙиева Виктория Риф ҡыҙы, яҙыусылар һәм шағирҙар Рәжәпов Миҙхәт Ғәндәлиф улы, Вильданов Таһир Йәғәфәр улы, Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы, Йөҙлөкбаев Риф Хәзиәхмәт улы, Ҡырмыҫҡалы районының иң әүҙем кешеләре Тимерғазина Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙы, Ҡотлобаева Фәйруза Ҡадир ҡыҙы, яҙыусының әҫәрҙәрен яратып уҡыусылар һәм районыбыҙҙың  китапханасылары ҡатнашты.

Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. Сәлим) 1949 йылдың 3 ғинуарында Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын һәм Свердловск юғары партия мәктәбен ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Совет Армияһы офицеры булараҡ Польшала хеҙмәт итә (1971–1973). 1973 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы “Һәнәк” журналында эшләй: башта әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөхәррире; унан утыҙ йыл буйына (1980–2010) – баш мөхәррир. Тиҫтә йылдан артыҡ (1996–2006) йәмәғәт башланғысы менән Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Һигеҙ йәштән шиғырҙар яҙа, ун ике йәшендә әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлай. “Һәнәк”тә уның беренсе фельетоны ун дүрт йәшендә донъя күрә. Бөгөн Мар. Сәлим – исеме доньяға танылған яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Шупашҡар, Симферополь, Краснодар һәм Лондон ҡалаларында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән 55 китап һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡтың (Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр. – Өфө : Китап, 2002–2005) авторы. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе.

Әүҙем эшмәкәрлеге һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Мар. Сәлим бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнгән, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, яҙыусы-сатирик күп тапҡыр еңеүҙәр яулай.

2024 йылда Мар. Сәлимдең “Тауыҡ көлкөһө” исемле китабы донья күрҙе.  Һайланған, яйланған әҫәрҙәр теҙмәһенең бына ошо икенсе китабына балалар һәм ололар тормошонан алып яҙылған сатира, юмор ғына түгел, ә халыҡ яҙыусыһының уйынлы-ысынлы тәүге яҙмалары ла, бала сағында уҡ ижад иткән ҡыҙыҡлы повестары һәм хикмәтле хикәйәләре, фәһемле фельетондары менән шаян шиғырҙары һәм дә кунелле-күнелһеҙ күренештәр, сәхнә сәхифәләре тупланған. Әткәндәй, был китапта Ҡырмыҫҡалы районының данлыҡлы шәхесе, Социалистик Хеҙмәт  Геройы Раил Камалов тураһында ла яҡты иҫтәлектәр бар.

Марсель Сәлимов – башҡорт әҙәбиәтенең сатира һәм юмор жанрын донъя кимәленә күтәргән шәхес. Ул “Донъя илсеһе”, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” һәм башҡа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ. Әммә тыуған республикаһында Марсель Шәйнур улын тәү сиратта “Һәнәк ағай” булараҡ беләләр, яраталар, хөрмәт итәләр. Башҡорт телендә донъя күргән берҙән-бер сатира һәм юмор журналына ғүмерен арнаған ул. Оҙаҡ йылдар буйына эшмәкәрлеген һәм талантын “Һәнәк” менән бергә алып барған олуғ әҙип.

Кисә бик күңелле үтте. Марсель Шәйнур улы үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, Өфөнөң «Башкортостан” дәүләт концерт залында уҙған юбилей кисәһенән видеояҙмалар, ҡәләмдәштәре менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе  күрһәтте. Күп йылдар буйы беҙҙең яҡташтарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек иткән йылдарҙың йылы хәтирәләре менән бүлеште. Рәссам Артур Василов “Һәнәк” журналына яҙылыусыларҙың потреттарын төшөрҙө.

Кисәлә ҡатнашыусылар күтәренке күңел, ыңғай тәьҫораттар Һәм яҙыусы ҡулынан бүләккә китап, буклет, “Һәнәк” журналын алып  хушлаштылар.