(12+) «ӘСӘЙЕМ ҺАБАҠТАРЫ» КИТАП ТУЙЫ
14 декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районы китапханасылары билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның Иҫке Бәпес ауыл клубында “Әсәйем һабаҡтары” тигән шиғырҙар йыйынтығының китап туйында ҡатнашты!
Китап 11 йыл нәшриәттә сират көтөп ятып, 2023 йылдың йәйендә баҫылып сыҡҡан. Шағирәнең шатлығын уртаҡлашырға республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар, Баймаҡ районынан яҡташтары, район мәктәптәренән башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ауылдаштары килде.
Кисәлә әйтелгән барлыҡ изге теләктәр бойомға ашһын! Фирүзә Дәүләтша ҡыҙына киләсәктә лә илһамланып ижад итер өсөн ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы юлдаш булһын.