Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12+) «ӘСӘМ ТЕЛЕ -МИНЕҢ ТЕЛЕМ»

14.12.2022

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған тыуған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һәр башҡорт үҙ туған телен белергә тейеш, сөнки ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе. «Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.

Олокүл ауылының моделле китапханаһындареспубликала сыҡҡан журнал-газеттарҙан торған күргәҙмә ойошторолдо. Китап һөйөүселәрҙең барыһын да ҡунаҡҡа көтәбеҙ.

Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!