Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12 ) «ҺАҒЫШ ТУЛЫ КУҢЕЛ…»

18.08.2022

10 августа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәп Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, шағир Рәмил Йәнбәккә 70 йәш тулған булыр ине. Ошо дата айҡанлы Иҫке Муса ауыл китапханаһының “Бәйләнештә” социаль селтәре битендә шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында яҙма урынлаштырылды.

Рәмил Йәнбәк 1952 йылда Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында күп балалы фронтовик ғаиләһендә тыуа. 1969 йылда Өфөләге 1-се интернет-мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай.

1970 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты Башҡортостан пионеры (хәҙер “Йәншишмә”) балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Шағир төрлө йылдарҙа республиканың гәзит-журнал редакцияларында, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә эшләй. Журналистика өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткәне өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекте шиғырҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған. “Бигерәк тә ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәмил ағай тормоштоң сәйәси ваҡиғаларға бәйле ғәҙелһеҙлектәрен иҫкә төшөрөп, донъя менән хушлашыу кәйефенә ҡоролған шиғырҙарҙы күп яҙҙы. Һуңғы сыҡҡан “Иртә көҙ” китабының аҙаҡҡы өлөшө тотошлайы менән шундай шиғырҙарҙан тора. Үтә нескә хисле, ажар тойғоло, ваҡыты менән бауһыҙ ашҡыныулы ла шағир ине ул. Нимә генә тимә, йәшәй килә, уны күңел ҡайтыуҙарына дусар иткән сәбәптәр ҙә аҡлана килә, һыҙланыуҙарын да аңлайбыҙ”, – тип яҙа Әхмәр Үтәбай.

Шағирҙың әсенеүле хистәр менән тулы шиғырын һеҙгә тәҡдим ителә.

Һәр кем белә… Һәр кемебеҙ белә был донъяла Ваҡытлыса ғына икәнен, Бөгөн төндә, бик булмаһа иртән, Йә берәй кис мәңге китәрен. Оло Йыһан, сикһеҙ Ғаләм өсөн Бер мәл генә – кеше ғүмере. Шул мәлде лә тиҙләтмәксе бәндә: Гелән йәшәй етеҙ йүгереп. Шул мәлдә лә кәйеф боҙошорға, Ыҙғышырға ваҡыт табабыҙ; Йәшәү гүзәллеген тойорға саҡта, Донъя малы ҡыуып сабабыҙ. Тиргәшәбеҙ, тешләшәбеҙ хатта, Туҡмашабыҙ ҡанға туҙышып; Судлашабыҙ юҡ-бар һылтауға ла… Тормош, имеш, – көрәш, уҙышыу. Һәр кемебеҙ мәңге түгеллеген Онотоп та ҡуя, шикелле. Мин яҙғандан ғына берәйһенең Аҡыл алыуҙары икеле. Әҙип 2017 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә вафат була.