Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12 ) “ҒҮМЕР ҺӘМ ДӘҮЕР” КИТАП КҮРГӘҘМӘҺЕ МЕНӘН ТАНЫШЫУ

19.01.2022

13 ғинуарҙан Иҫке Муса ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарға 80 йәш тулыуға ҡарата “Ғүмер һәм дәүер” исеме аҫтында китап күргәҙмәһе эшләй. Күргәҙмәлә шағирҙың китаптары, республика гәзит-журналдарында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр урын алған. Хәсән Назар (Хәсән Мөҙәрис улы Назаров) 1942 йылдың 15 ғинуарында Ейәнсура районының Таулыҡай ауылында тыуған. Ижад менән 20-се быуаттың 70-се йылдарында шөғөлләнә башлай. Шул йылдарҙа баҫылып сыҡҡан “Бөркөттәр төйәге” исемле шиғри йыйынтығы шиғриәт һөйөүселәр араһында юғары баһа ала. Уның шиғырҙары ер моңо, ил ғәме, заман заңы менән һуғарылған. Шулай уҡ “Шоңҡар сөйәм”, “Асманға ашыу “Заман заңы”, ” Ғүмер һәм дәүер” йыйынтыҡтары донъя күргән. Унда Пушкин, Блок, Рәсүл Ғамзатов шиғырҙары Хәсән Назар тәржемәһендә ысын башҡортса яңғырай.

Күргәҙмә менән – 7 кеше танышты.

Ссылка: https://vk.com/wall483357288_1574