Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(6 ) “МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ”

13.12.2021

10 декабрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһы республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә дөйөм белем биреү мәктәбе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Минең шәжәрәм” исемле сара үткәрҙе. Бының өсөн нәҫел ағасы төҙөү буйынса эш алдан алып барылды. Ҡайһы бер шәжәрәләр район күләмендә үткәрелгән “Шәжәрә” конкурсына ла ебәрелде.

Мәктәптә уҙғарылған сарала ауыл хакимиәте башлығы И. Ә. Ғәлиәхмәтова, мәктәп директоры И. Ә. Ғәлиәхмәтов, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Сара ҡатнашыусыларҙы ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарын эҙләү, белгәндәрҙе һөйләү, белмәгәнде тыңлау өсөн йыйҙы.

Шәжәрә – ул ырыу тарихы. Борон-борондан туған-ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрһәткәндәр. Ни өсөн ағас һуң? Сөнки ағас һауаны, ерҙе, ар аҫтын берләштереүсе билдә булған. Уның тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Шәжәрәне тик ырыу ағасы тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағылып ҡала.

Сара барышында унда ҡатнашыусы балалар үҙҙәренең мең ырыуы вәкилдәре икәнен, шәжәрә, йәғни нәҫел ағасы төҙөп, туған-тыумасаны барлауҙарын, нәҫелдә данлыҡлы, күренекле кешеләр булыу-булмауын асыҡлау мөмкинлеген белде. Нәҫел ағасын төҙөү эше, әлбиттә, иң тәүҙә атай-әсәйҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән туғандар тураһында һорашыуҙан башлана. Элеккерәк мәғлүмәтте архивтан эҙләргә була. Әгәр ҙә нәҫел шәжәрәһе бар икән, уны даими тулыландырып торорға кәрәк.

Мең ырыуы ерендә ауылға нигеҙ һалыусы Муса Ҡашҡалтаев ваҡытында уҡ ошонда төпләнгән нәҫелдәр –  Мөхәмәтйәровтар-Ҡунаҡаевтар, Сәғитовтар, Ураҙғоловтар шәжәрәһе тураһында һүҙ барҙы. Мәктәптә уҙған сарала алда һанап үтелгән зат вәкилдәре “Ленин” ордены кавалеры Сәғитов Минсаяф Минебулат улы, “Почет билдәһе” ордены кавалеры Мөхәмәтйәров Әнүәр Әхмәтһаҙый улы, Дан орденының тулы кавалеры Ғәзизов Мостафа Шакир улы хаҡында мәғлүмәт бирелде, шулай уҡ Ғәлиәхмәтовтарҙың, Шәнгәрәевтарҙың, Юламановтарҙың нәҫел ағастары ҡаралды. Шәжәрәләр төҙөүҙә балаларҙың ҡатнашыуы шатландыра. Балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын ҡоротмай дауам итһен. Үҙҙәренең туғандарының күплегенә хайран ҡалһын, бергә-бергә аралашып йәшәһен ине.

Һылтанма: https://vk.com/wall483357288