Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12+) “ӘСӘНДЕҢ СӘСӘН УЛЫ, ХАЛҠЫМДЫҢ БАЙ ХАЗИНАҺЫ”

27.01.2021

 22 ғинуарҙа Иҫке Муса китапханаһында “Әсәндең сәсән улы, халҡымдың бай хазинаһы” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.        Шәйехзада Бабич – шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Ул 1895 йылдың 2 (14) ғинуарында Дүртөйлө районы Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1911 – 1916 йылдарҙа Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Уҡыу осоронда Шәйехзада әҙәбиәт менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, әҙәби – музыкаль түңәрәктәрҙә ҡатнаша. Мәҙрәсәне тамамлағас, бер йыл тирәһе Троицк ҡалаһында уҡытыу эше менән шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта “Аҡмулла” журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Ырымбурға килгәс, “Ҡармаҡ” сатирик журналындп эшләй. 1918 йылда Ырымбурҙа Шәйехзада Бабич үҙе иҫән саҡта берҙән-бер баҫмаһы – “Йәш Башҡортостан” тигән шиғри йыйынтығы нәшер ителә. Шағирҙың “Беҙ”, “Башҡортостан”, “Эй, китап” һәм башҡа шиғырҙары китап һөйөүселәргә яҡшы таныш.