Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(12+) “Ғ.СӘЛӘМДЕҢ ТЫУЫУЫНА-110 ЙЫЛ” ӘҘӘБИ КҮҘӘТЕҮ

22.01.2021

Башҡортостандың, туған халҡының “йәшәреүен, яңынан тыуыуын” йырлап, үҙ поэтик тауышын тапҡан Ғәлимов Сәләм ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә юғары художестволы мираҫ ҡалдырған. Уның ижады утыҙынсы йылдарҙа башҡорт шиғриәтен яңы баҫҡысҡа күтәрә. Шағир 1911 йылдың 2 февралендә (иҫке стиль менән 18 ғинуарында) Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районы) Тәгеш ауылында тыуа.

Беҙ Ғ. Сәләмде “Республика иртәһе” шиғыры, “Шоңҡар”, “Бала” поэмалары буйынса беләбеҙ.

Ғәлимов Сәләм хаҡында “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 4-се һанында донъя күргән “Һәр саҡ ашҡынды, алға ынтылды” тигән мәҡәләнән уҡырға мөмкин.

Һеҙҙең иғтибарға Назар Нәжмиҙең “Күңел сәхифәләре” китабынан “Ғүмерҙең бер йылында” тип аталған иҫтәлек тәҡдим итәбеҙ. Иҫке Муса ауылы китапханасыһы Мөхәмәтйәрова Миләүшә Миңлеғәли ҡыҙы уҡый: https://vk.com/video483357288_456239178

#иҫкемусаауылкитапханаһы

#старомусинскаясельскаябиблиотека                                                                                                                                                                            https://vk.com/video483357288_456239178ь