Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(0+) “АҠБУҘАТ” ТЫ АЛДЫРЫП, АҠБУҘАТҠА АТЛАНЫП

15.01.2021

  Бөгөн Иҫке Муса ауыл китапханаһында башҡорт телендә сыҡҡан “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире, шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу ойошторолдо. Осрашыуҙа ауыл хакимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова ҡатнашты. Лариса Хашим ҡыҙы яңы тыуып торған 2021 йылда “Аҡбуҙат” журналының сыға башлауына 30 йыл тулыуын белдерҙе. Ул балаларҙы журнал менән таныштырҙы, журналға яҙылыусылар араһында үткәрелгән конкурстар, еңеүселәргә заманса ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Баш мөхәррир сарала ҡатнашыусыларға, ниндәй ҙә булһа эш эшләгәндә хата ебәреүҙән оялмаҫҡа кәрәк, тине. Гәзит – журнал менән хеҙмәттәшлек иткәндә лә бер тапҡыр ғына шиғыр йә мәҡәлә ебәреп ҡул һелтәргә ярамай, камиллыҡҡа ынтылырға кәрәклеген әйтте. Өфө ҡунағының һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән балалар бүләктәр алып ҡыуанды. Ауыл китапханаһына әүҙем йөрөгән балалар үҙҙәре шиғыр һөйләп күрһәтте, йомаҡ ҡойҙо. Тәнгә кәнфит рәхәтлек бирһә, йәнгә рухи аҙыҡ талап ителә. Шуға ла ата – әсәләр балаларын туған телдәге рухи аҙыҡтан – “Аҡбуҙат” журналынан мәхрүм итмәһен ине. Яҙылһындар, бала менән бергәләп журналды уҡыһындар, ундағы башватҡыстарҙы, ребустарҙы бергәләп сисһендәр, әкиәттәр уҡыһындар, батырҙарыбыҙ тураһында мәғлүмәт алһындар, баланың белмәгәнен өйрәтһендәр ине.

Ҡунағыбыҙ Лариса Хашим ҡыҙы, саҡырылған ата – әсәләргә мөрәжәғәт итеп, фәһемле һәм бик мәғәнәле шиғыр уҡыны.

 

БАЛАҢА Башҡортса көйлә балаңа – Бишектән һеңә моңдар. Сабый саҡтан ишеткәнен Ул ғүмер буйы тыңлар. Башҡортса өндәш балаңа – Хәйерле көндәр телә. Әсәй башҡортса һөйләшһә, Бала башҡортса белә. Атай башҡортса һөйләшһә, Бала аңлай үҙ халҡын. Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа Ата-бабалар хаҡын. Әкиәт һөйлә балаңа – Унда батырҙар еңә. Яҡшылыҡ маяҡ булыуы Ул сабый саҡта һеңә. Шәжәрә төҙө балаңа – Ниндәй ҡеүәтле тамыр! Бер ҡәүемдең вариҫтары Бер-берен һәр саҡ таныр. Башҡортса ярат балаңды – Һөйөп ал арҡаһынан. Бала наҙҙы һәр саҡ көтә Әсәһе, атаһынан. Башҡайынан да һыйпап ал, Ул яратыуҙы тойһон. Мөхәббәтле был донъяла Йәненә һөйөү тулһын!

 

Ссылка: https://vk.com/wall483357288_1056