(18 ) «НАРЫҪТАУҒА СӘЙӘХӘТ»
Иҫке Муса ауыл китапханаһында 2017 йылдан алып “Ағинәйҙәр” клубы эшләп килә. Уның эшендә ауыл халҡы араһында ихтирам яулаған апайҙар ҡатнаша. Клуб ағзаларының барыһы ла тиерлек ислам юлында – намаҙға баҫҡан.
31 август көндө клуб ағзалары Миәкә районындағы Нарыҫтауға сәйәхәт ҡылды. Диндарҙар ҙа, тарихсылар ҙа был тауҙа билдәле шәхестәр ерләнгәнен йәшермәй. Мөьмин мосолмандар, Нарыҫтау – Мөхәммәт Пәйғәмбәр һүҙен, уның эштәрен дауам иткән ике сәхәбә Зәйет улы Зөбәйер, уның улы Абдрахмандың һуңғы төйәге, тип иҫәпләй. Нарыҫтауҙы Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән мосолмандар Мәккәгә тиңләй. Тау итәгендә урынлашҡан ҡуш манаралы мәсеттә өйлә намаҙын уҡығандан һуң, ағай-апайҙар тауға күтәрелде. Сәхәбәләр ерләнгән изге тауҙа сүрәләр уҡығас, улар изге теләктәрен теләне.
Шулай уҡ тау итәгендә ағып ятҡан шишмә тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Уның саф һыуы – йәнгә шифа.
Һылтанма: https://vk.com/id483357288