(6 ) ЗӘҢГӘРКҮЛ НИҢӘ ЗӘҢГӘР?
Ҡылыстай урмандар – йәшел, йыландай йылғалар һәм көҙгөләй күлдәр, көмөштәй һыулы, иркен туғайҙар аллы-гөллө сәскәле, һауалар зәп-зәңгәр булған замандарҙа йәшәгән, ти, сабыр һәм тыйнаҡ, зөбәржәт күҙле Йәшелкүҙ исемле бик матур ҡыҙ. Уның бер ҡарашы һәр егетте әсир иткән, йоҡоһоҙ ҡалдырған икән. Кемдәр генә уға күҙ атмаған – Йәшелкүҙ береһен дә үҙ итмәгән, ти.
Бер көндө серҙәрен сисергә тип һылыуҡай тауҙар ҡуйынынан иркәләнеп кенә аҡҡан шишмәгә барған. Уның ҡаршыһына еңел генә тыпырҙап, дәртле баҫып Елбатыр пәйҙә булған, ти. Күҙ-ҡаштарын уйнатып, моңло һыҙғырып та ебәргәс, Йәшелкүҙ бар тыныслығын юғалтҡан, ти. Ә егетебеҙ Һылыуҡай тирәһендә елбәҙәкләнеп оҙаҡ та тормаған, ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалып, йырлай-һыҙғыра китеп тә барған, ти.
Ә Йәшелкүҙ, көн дә серҙәш шишмәһенә килеп, Елбатырҙы көтөп ултырыр булған. Уның зөбәржәттәй күҙҙәренән мөлдөрәп-мөлдөрәп йәштәр шишмәгә тамған. Тиҙҙән шишмәнең һыуы ла йәшел төҫкә ингән, ул да ярһыуынан киңәйгән, ти.
Ваҡыт үтә торған. Йәшелкүҙҙең илай илай күҙҙәре
тоноҡлана төшкән, тора-бара зәңгәр төҫкә әйләнгән, ти. Ә матурҡай иһә, һағышына түҙә алмайынса уның күҙ йәштәренән күлгә әйләнгән серҙәше янына аҡ һынлы ҡаяға әүерелгән, ти.
Бер заман туҙандар осороп, һыҙғыра-һыҙғыра, әллә күктән, әллә юҡтан Елбатыр пәйҙә булған. Эй эҙләгән, эй, эҙләгән Йәшелкүҙҙе, тик таба алмаған, ти. Ҡаяла ғорур торған, һөйөүе ни тиклем генә көслө булмаһын, егетте ғәфү итә алмаған һәм үҙ- үҙен танытмаған.
Әле булһа, аҡһынлы ҡая Зәңгәркүлде ел-дауылдан һаҡлай, ҡурсалай. Ә Зәңгәркүл ҡыҙҙың ярһыу һағыштарын үҙ итеп тынысһыҙлана, тулҡындарын ярға бәрә башлай.
Ҡасандыр Йәшел, ә хәҙер иһә Зәңгәркүл ял итергә килеүселәрҙе ҡоласын йәйеп ҡаршы ала, шифалы һыуы менән дауалай. Әллә тәбиғәттең матурлығы, әллә күлдең көмөштәй һыуы кешеләрҙе тик яҡшылыҡҡа ғына өндәй кеүек. Был хозур ерҙе боҙорға, сүпләргә бер кемдең ҡулы бармаҫ. Сит-ятяҡтарҙан килеүселәр булһынмы, әллә яҡын-тирәнекеләрме – һәр ҡайһыһы һомғол кәүҙәле аҡ ҡаяға, урман-тауҙарҙың матурлығына, күҙҙең яуын алып үҫкән аллы-гөллө йондоҙсоҡ сәскәләргә ҡарап һоҡланып туя алмай.
Һәркем ҡая һынлы ҡыҙҙың серҙәше – Зәңгәркүлдең тирә-яғын гөл-сәскәгә күмеп, уны елдән ҡурсалап торған ағас – ҡыуаҡтар ултыртһа, ошо әкиәтте балаларына һөйләһә, үҫеп килеүсе быуында тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләр ине. Шуға ла тыуған яҡтың ер-һыу атамаларына бәйле легендаларҙы өйрәнеү эшен иртәгәгә ҡалдырмайыҡ. Халҡыбыҙҙың бөйөк әҙибе Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә: “бөгөнгөң ныҡлы булмаһа, кисәгенең дә, иртәгәнең дә мәғәнәһе ҡалмай”.
Юнысова Фәниә,Иҫке Муса мәктәбе уҡытыусыһы
(От читателя Старомусинской сельской библиотеки на краеведческий конкурс «Историю былых времен храня…»)