(18 ) “МИЛЛИ КЕЙЕМ” СТАРОМУСИНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ БИБЛИОТЕКА
“Милли кейем”
11 сентябрь Милли кейем көнөндә Иҫке Муса ауыл ктапханаһы янында эшләп килгән “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы — Зәңгәркүл буйында милли кейемдәрҙә фотосессия уҙғарҙы. Үҙҙәре эшләгән түшелдеректәрҙе тағып, француз яулыҡтарҙябынғас, уларҙың күңелдәре күтәрелеп китте. Матурлыҡ өсөн фото төшөп кенә ҡалманы улар, тәбиғәт ҡосағында сәй эсеп, илгә-йортҡа матур теләктәр теләнеләр. Күңелле аралашыуҙан һуң, ололарҙың йәшәүгә дәрттәре артып, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Йәш ваҡыттарындағыса файҙалы үлән – ҡомалаҡтан икмәк һалыу өсөн урманға барырға һүҙ ҡуйыштылар.