Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(6+) Һалдаттарға – шифалы үләндәр

03.09.2025

Иҫке Муса ауыл китапханаһында әүҙем ауылдаштар ярҙамында махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә шифалы үләндәрҙән сәй йыйылмаһы эшләп ебәрҙеләр. Был сәйҙең хуш еҫе уларға тыуған яҡтың ялан-ҡырҙарынан сәләм еткерһен!

Тәмле үлән сәйе эргәһенә ауылдаштар яңы бал, ҡаҡ алып килгән. Барлыҡ күстәнәстәр яуҙағы егеттәргә көс-ғәйрәт өҫтәр, тип ышанғы килә.

Сарала ҡатнашҡан барыһына – бал, ҡаҡ, кипкән үлән килтереүселәргә, ҡаптарға тултырыусыларға ҙур рәхмәт!