Версия для слабовидящих
logo
Централизованная библиотечная система
Кармаскалинский р-н Республика Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Без перерыва
СБ: 09:00-17:00
Обед: 13:00-14:00
Выходной: ВС

(6+) “Туған телем – моңло шишмә” сәғәте

16.12.2024

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан Иҫке Муса ауылы китапханаһында 4-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Туған телем – моңло шишмә” тигән сара үткәрелде. Китапханасы балаларға башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында мәғлүмәт еткерҙе, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Артабан уҡыусылар төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып башҡорт телендә һүҙҙәр төҙөнө.

Шулай уҡ, ауыл клубы ойоштороусыһы менән китапханасы мәктәптә “Башҡорт телен беләһеңме?” тигән һорау алыу үткәрҙе. Унда балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнашты. Һорау алыуға йомғаҡ яһап, телебеҙгә ҡағылышлы хәлдең бик шәптән булмауын танырға мәжбүрбеҙ. Киләсәк быуынды дөйөм көс – ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар, бөтә йәмәғәтселек менән генә бәләнән ҡотҡарып ҡала алырбыҙ, тигән уй килә башҡа.