(0 ) «ӘЙҘӘ, ҮҘЕБЕҘСӘ ҺӨЙЛӘШӘЙЕК»
02.03.2022
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башланғысы менән 2017 йылдан башлап 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Иҫке Муса ауыл китапханасыһы ошо уңайҙан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында “Әйҙә, үҙебеҙсә һөйләшәйек” тигән сара үткәрҙе. Балалар сара барышында башҡортса ролләп һөйләшергә, ғаилә ағзаларына башҡортсалап “атай, әсәй, өләсәй, олатай” тип өндәшергә өйрәнде. Балалар Гүзәл Ситдиҡованың “Татыу ғаилә” шиғырын тыңланы, китаптар ҡараны.