(6+) Афарин Азалия!

Иҫке Бәпес моделле ауылы китапханаһында күп йылдар инде  китапханасы Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы етәкселегендә  “Кәрәҙ” түңәрәге эшләп килә. Балалар был түңәрәктә шиғыр яҙыу, формалаштырыу, рифма серҙәренә өйрәнәләр, шулай уҡ хикәйәләр, әкиәттәр , һүрәт төшөрөү конкурстары ойошторола.  Китапхана моделле исеме алғас балалар өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Уларҙың шиғырҙарынан төҫлө принтарҙа һүрәттәр менән, үҙҙәренең фотоларын ҡуйып китапсыҡтар эшләйбеҙ. Улар тағы ла күберәк шиғыр яҙаһылары килә, ярыш көсәйеп китә. Төрлө райондә,  республика күләмендәге  конкурстарға ла ҡатнашабыҙ.  Шиғырҙар “Даирәлә”, “Аҡбуҙатта”, “Аманатта”. “Йәшлектә” донъя күрҙе. Түңәрәктә икенсе генә йыл шөғөлләнеп ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән Азалия Исхакова Республика көнөнә Башҡорт теле йылының һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның 70 йыллығына арналған  республика шиғыр конкурсында икенсе урын алыуы ҡыуаныслы булды.  Афарин Азалия!

Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.