(6+) “Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел” Старомусинская сельская библиотека

12 декабрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһында беренсе класс уҡыусылары өсөн “Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел” исемле танып белеү сәғәте ойошторолдо. 14 декабрь – Башҡорт теле көнө,  һәм ул башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Сараның маҡсаты – бәләкәй китап уҡыусыларына республикабыҙҙа дәүләт теле һаналған башҡорт теленең байлығын, матурлығын, аһәңлеген күрһәтеү, уға иғтибар иттереү. Бәләкәй китап уҡыусылар Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңланы, Мифтахетдин Аҡмулланың кем икәнен белде. Башҡорт телен өйрәнеүсе балалар (балаларҙың барыһы ла дәүләт телен белмәй - был беҙҙең заман проблемаһы) башҡорт алфавитын ҡабатлап, шул хәрефтәргә башланған һүҙҙәр уйлап тапты. Шулай уҡ балалар башҡорт телендә яҙылған Х. Ризванованың “Математика хикмәттәре”, М. Ишбулатовтың “Йылым – ун ике айым” китаптарынан математик табышмаҡтарҙы систе. Китапханасы уҡыусыларҙы башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары, балалар өсөн тәғәйенләнгән башҡорт әҙәбиәте, бәләкәйҙәр өсөн айына бер тапҡыр сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналы менән таныштырҙы. Уҡыусылар башҡорт телендә китаптар уҡырға һүҙ биреп таралышты.

Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.