(6+) “Уйна, эҙлә, тап” Старомусинская сельская библиотека

13 декабрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһына 3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары Башҡорт теле көнөнә арналған “Уйна, эҙлә, тап” исемле сараға йыйылды. Сараның маҡсаты – башланғыс класс уҡыусыларында башҡорт теленә һөйөү уятыу, аҫаба халыҡтың телен һаҡлаусылар булараҡ башҡорт яҙыусылары менән таныштырыу. Сара Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән асылды, артабан йыйылыусылар Зәйнәп Биишеваның шундай уҡ исемле шиғырын тыңланы. Әлбиттә, башҡорт теле көнөндә башҡорт яҙыусылары менән танышмау мөмкин түгел. Унан һуң балалар блиц-һорауҙарға яуап бирҙе. Башҡорт алфавитын ҡабатлағандан һуң, уҡыусыларға грамматик һәм синтаксик уйындар, математик табышмаҡтар, шарадалар тәҡдим ителде. Уйын барышында балалар, һүҙлектәргә мөрәжәғәт итеп, тәржемә эшен дә башҡарҙы. Уҡыусыларҙың күп өлөшө китапханаға йөрөй, шуға ла улар үҙҙәрен бында иркен тотто.

Сара аҙағында китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары балаларға башҡорт телендә Динә Талхинаның “Изге теләктәрен” көйләп ишеттерҙе, шулай уҡ апайҙарҙың һәр береһе балаларға үҙенең теләген еткерҙе.

Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.